КРАСНЫЙ ПАХАРЬ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 12 км һәм Урғалы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 182 кеше; 1959 — 187; 1989 — 127; 2002 — 128; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Златоуст өйәҙендә Красный Пахарь ширҡәте ойошторолғандан һуң ш. уҡ өйәҙҙең Иҫке Балаҡатай а. кешеләре нигеҙ һала. 1925 й. 21 йорт теркәлгән.

Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке