АЛИЦИКЛИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында углерод атомдарынан торған бер йәки бер нисә цикл булған органик берләшмәләр (ароматик берләшмәләрҙән тыш).

Молекулалағы ҡулсаларҙың (циклдарҙың) һаны б‑са моно‑, би‑ һәм полициклик берләшмәләрҙе айыралар. Моноциклик берләшмәләр ҡулсаһындағы углерод атомдарының һанына ҡарап бәләкәй (3—4), уртаса (5—12) һәм ҙур цикллы (12‑нән ашыу) берләшмәләргә бүләләр. Би‑ һәм полициклик берләшмәләрҙең циклдары айырым (бер йәки унан күберәк углерод атомдары м‑н айырылған) йәки 1‑ҙән алып 3‑кә тиклем (спиран А.б. — 1, конденсирланғандарҙа — 2, мостиклыларҙа — 3) уртаҡ углерод атомдары аша тоташыуы мөмкин. Полициклик берләшмәләр араһында ш. уҡ ныҡлы күләмле арауыҡ структуралы полиэдрик берләшмәләрҙе үҙенә бер төр итеп айырып йөрөтәләр (ҡара: Каркас структуралы берләшмәләр). Ғәҙәти шарттарҙа А.б. күпселеге — шыйыҡ (мәҫ., циклогексан) һәм ҡаты (адамантан) матдәләр, циклдарын асып, циклдың дәүмәлен үҙгәртеп, ш. уҡ берләшеү, яңынан эске молекуляр төркөмләнеү һ.б. химик реакцияларға инеү мөмкинлеге бар. Ҡайһы бер А.б. наркотик тәьҫиргә эйә (циклопропан, циклобутан).

Башҡортостанда А.б. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. Химия ин‑тында (У.М.Джемилев, Г.А.Толстиков; ҡара: Органик химия институты) башлана. 90‑сы йй. алып Нефтехимия һәм катализ институтында каркас структуралы берләшмәләр химияһы б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла: ҡулсаларында 8‑ҙән алып 12‑гә тиклем углерод атомы булған моноциклик А.б., юғары көсөргәнешле каркаслы яңы (500‑ҙән ашыу) полициклик углеводородтарҙы металл комплекслы катализаторҙар ярҙамында синтезлау ысулдары, полициклик А.б. алкиллаштырыу, ациллау, галогенлаштырыуҙың каталитик ысулдары уйлап табыла (Р.И.Хөснөтдинов). 70‑се йй. аҙ. Химия ин‑тында (Джемилев, В.Н.Павлычев, Толстиков, Хөснөтдинов) һәм СССР ФА‑ның Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин‑тында (И.Е.Долгий, О.М.Нефёдов) пестицидтар һәм простагландиндар алыуҙа файҙаланылған норборнадиенды синтезлауҙың хәүефһеҙ технологияһы эшләнә; уның тәжрибә партиялары алына. 60—70‑се йй. ҡайһы бер А.б. синтезлау технологиялары уйлап табыла һәм производствоға индерелә: Өфө нефть эшкәртеү заводында айырыуса таҙа циклогексан (Г.А.Берг, Д.Ф.Варфоломеев, Р.М.Мәсәғүтов); Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт нефтехимия з‑дында винилциклогексен (Джемилев, Г.И.Рутман, Толстиков), Нефтехимия производстволары ҒТИ-ның тәжрибә з‑дында 1,5‑цикло‑октадиен (Джемилев, Г.Е.Иванов, Мәсәғүтов, Хөснөтдинов), Салауат нефть химияһы комб‑тында ацетилциклопропан (Нефёдов, Павлычев, М.Ф.Сисин; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”). “Уфаоргсинтез” ААЙ‑нда дициклопентадиен һәм уның сығарылмаларын файҙаланып СКЭПТ маркалы каучук сығарыла. Эреткестәр, самолёт һәм ракеталар өсөн яғыулыҡ сифатында, ш. уҡ мед., парфюмерия сәнәғәтендә, а.х. (ҡара: Пиретроидтар), тауыш һәм вибрация үткәрмәүсе полимерҙар етештереүҙә (мәҫ., циклопентен, норборнен һәм уның сығарылмалары) ҡулланалар.

Әҙәб.: Кларк Т., Мак Керви М.А. Алициклические алканы //Общая органическая химия. Т.1. М., 1981; Багрий Е.И. Адамантаны: получение, свойства, применение. М., 1989; Джемилев У.М., Козлова Е.В., Поподько Н.Р. Металлокомплексный катализ в органическом синтезе. М., 1999.

Р.И.Хөснөтдинов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.