“КОХАВ” (“Йондоҙ”) Башҡортостан Республикаһының төбәк йәһүд йәмәғәт ойошмаһы, БР йәһүдтәренең рухи мәҙәниәтен, община эсендәге бәйләнештәрен тергеҙеү һәм үҫтереү, милләт‑ара татыулыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. “Штерн” йәһүд мәҙәниәтен һөйөүселәр йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1994 й. алып “К.” йәһүд милли-мәҙәни үҙәге, 2004 й. — “К.” йәһүд йәмәғәт ойошмаһы, 2010 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. БР‑ҙың Халыҡтар ассамблеяһы ағзаһы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: телде, милли йолаларҙы, тарихты һәм әҙәбиәтте өйрәнеү; хәйриә. Үҙәк тарафынан ивритты өйрәнеү түңәрәге (1988), йәһүд йәкшәмбе мәктәбе (1992; 4—18 йәштәге 100‑гә яҡын уҡыусы) ойошторола. Американың “Джойнт” йәһүд хәйриә ком‑ты м‑н берлектә “Хэсэд-лея” хәйриә фонды булдырыла (1998). Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр клубтары эшләй. Йыл һайын Песах, Пурим, Рош-а-Шана, Ханука һ.б. милли һәм дини байрамдар үткәрелә.

Ш.Н.Кац

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке