КРАСНЫЙ ОКТЯБРЬ, Туҡмат, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫке Күктау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 118 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 170 кеше; 1959 — 209; 1989 — 171; 2002 — 156; 2010 — 154 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Күктау урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1927 й. Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Мәнәк һәм Яңы Бура аа. (хәҙ. Краснокама р‑нында) кешеләре элекке Туҡматов имениеһы урынында бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке