КРАСНЫЙ МАЯК, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 42 км һәм Мораптал т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 153 кеше; 1959 — 191; 1989 — 137; 2002 — 129; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Мораптал с‑зы ойошторолған ваҡытта с‑здың Красный Маяк фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке