КОТОМКИН Михаил Васильевич (1885, Вятка губ. Царёвосанчурск ҡ. — 1954, Мәскәү), рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1904 й. алып РСДРП ағзаһы. 1906 й. һәм 1908 й. ҡулға алына. 1908 й. башлап С.‑Петербург нәшриәттәрендә, 1913 й. Стәрлетамаҡ һәм 1914 й. алып Бәләбәй өйәҙ земство башҡармаларында эшләй. 1917 й. Бәләбәй ҡала думаһы ағзаһы, Бәләбәй эшсе һәм һалдат депутаттары советы башҡарма ком‑ты һәм РСДРП‑ның Бәләбәй өйәҙ ком‑ты рәйесе. 1918 й. март—июлендә һәм 1919—22 йй. Өфө губернаһының аҙыҡ-түлек б‑са халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1919—22 йй. Өфө һәм Силәбе губ. б‑са Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР Аҙыҡ-түлек ХК вәкиле. 1918 й. 2‑се ярт. Икенсе армияла сәйәси комиссар, тәьминәт идаралығы эргәһендәге комиссар. 1919 й. ғин. башлап РКП(б) Өфө губерна ком‑ты, июлдән — Өфө губерна революцион комитеты, 1920 й. — Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы башҡарма ком‑ты ағзаһы (1920 й. дек. — 1921 йй. рәйесе). 1923 й. алып Бөтә Рәсәй ҮБК, 1924—30 йй. СССР ҮБК аппаратында эшләй. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 8‑се саҡырылыш ағзаһы.

Е.П.Асабин, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке