КОТОВ Михаил Иванович (9.11.1896, Воронеж губ. Задонск ҡ. — 25.8.1978, Киев), геоботаник. Биол. ф. д‑ры (1940), проф. (1943). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1967). Харьков ун‑тын тамамлаған (1922). Фәнни эшмәкәрлеге Кавказ аръяғының, Себерҙең, Уралдың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм Украинаның флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә арналған. Б.В. һуғышы йылдарында Башҡортостанда эшләй, дарыу үҫемлектәрен өйрәнә, респ. терр‑яһында 9 ботаник‑геогр. районды айырып күрһәтә. “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель растений Башкирской АССР”; 1966) китабы авторҙарының береһе һәм баш мөхәррире. Сталин пр. (1951), Украина ССР‑ының Дәүләт пр. (1969) лауреаты.

Хеҙм.: Лекарственные растения Башкирской АССР //Фармация. 1943. №5; Растительность Башкирского Предуралья //Ботанический журнал. 1963. Т.48. №10.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке