КОТЕНЁВ Юрий Алексеевич (23.3.1961, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2007). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй (1987 й. алып өлкән инженер); 1988 й. башлап Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире, 1994 й. — бүлек мөдире, 2001 й. — дир. урынбаҫары. 2004 й. алып БР ФА‑ның Нефтегаз технологиялары һәм яңы материалдар ин‑ты дир. урынбаҫары; 1995 й. башлап ӨДНТУ‑ла (2010 й. — геол., нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре нефть геологияһы мәсьәләләренә һәм нефть запастарын сығарыуы ауыр булған ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүгә арналған. К. ҡатнашлығында камиллаштырылған ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыусы технологиялар БР, ТР, Краснодар крайы, Ырымбур өлк., Ҡаҙағстан, Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарында индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. А.А.Трофимук ис. пр. лауреаты (2010).

Хеҙм.: Геолого‑технологические особенности разработки нефтяных месторождений южного региона Башкортостана. СПб., 2004 (авторҙ.); Нефтегазовое дело. В 6 т. Т.1. Геология нефтяных и газовых месторождений. СПб., 2011 (авторҙ.); Технология водоизоляционных работ в терригенных коллекторах. СПб., 2011 (авторҙ.).

В.Е.Андреев

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке