КРАСНЫЙ КЛЮЧ, Аҡ шишмә, донъяла иң ҙур карст сығанаҡтарынан һанала, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Нуриман р‑ны Ҡыҙыл шишмә а. ситендә урынлашҡан. К.К. күкһел йәшел төҫтәге 2 карст күленә (1‑сеһенең оҙонлоғо 190 м тиклем, киңлеге 170 м тиклем, тәрәнлеге 38 м тиклем; 2‑се күлдең оҙонлоғо 60 м тиклем) ағып төшкән ҡеүәтле карст һыуҙарының яңынан өҫкә килеп сыҡҡан урыны булып тора. Әртә ярусы эзбизташтарынан торған Ҡариҙел й. үҙәненең һул битләүе төбөнән сыға. Дебиты 5000—58000 л/с (уртаса йыллыҡ — 14,9 м3/с). Һыуы сөсө (0,2 г/л), гидрокарбонат кальцийлы, ион миҡдары (мг/л): кальций (48,1), магний (21,9), натрий (5,84), гидрокарбонат (219), сульфат (10,3), хлорид (6,2) иондары; микроэлементтар (мг/л): кремний (3,4), калий (1,12), цинк (0,01), тимер (0,016); газ составы б‑са кислородлы‑азотлы; т‑раһы 4,5—5,5°С. Тирә‑яғындағы ландшафы ҡара ылыҫлы-киң япраҡлы урмандарҙан тора. 2002 й. сығанаҡта бәләкәй ГЭС төҙөлгән. 90‑сы йй. аҙ. эсәр һыуҙы шешәләргә тултырыу ойошторолған.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке