“КРАСНЫЙ КЛЮЧ” (“Ҡыҙыл шишмә”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ҡыҙыл шишмә” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Нуриман р‑нының Ҡыҙылъяр а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. нояб. башлап башҡ. телендә “Большевиктар темпы өсөн”, 1935 й. алып “Большевик” исеме м‑н нәшер ителә; 1953 й. “Луч большевизма” (“Большевизм сатҡыһы”; 1939 й. урыҫ телендә сыға) гәз. м‑н ҡушылғандан һуң башҡ. телендә “Коммунист” (1956 й. — “Коммунизм өсөн”), урыҫ һәм татар телдәрендә “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”; 1957 й. алып) исеме м‑н нәшер ителә; 1965 й. хәҙ. исеме м‑н урыҫ, башҡ. (“Ҡыҙыл шишмә”; 1993 й. тиклем) һәм татар (1985 й. тиклем) телдәрендә сыға. 2007 й. алып ай һайын башҡ. телендә “НурИман” ҡушымтаһын сығара. 1962—65 йй. нәшер ителмәй.

 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке