КРАСНЫЙ КЛИН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Зелёный Клин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 171 кеше; 1959 — 310; 1989 — 219; 2002 — 245; 2010 — 238 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20‑се б. 30‑сы йй. Әлшәй с‑зы ойошторолғандан һуң уның бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. алып Раевка с‑зының Красный Клин бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке