АЛЁШКИН, Дембря, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Гончаровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 873 кеше; 1920 — 1201; 1939 — 629; 1959 — 636; 1989 — 379; 2002 — 286; 2010 — 240 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1777 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөгөлмә өйәҙе Алёшкин а. (хәҙ. ТР‑ҙың Лениногорск р‑ны) мордва крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Дёмские Вершины, Дим Башы, Алексеевка исеме м‑н билдәле булған. 1789 й. 409 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 572 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, ел тирмәне, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.