КОСЯКОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Краснояр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 9 км һәм Косяковка т. юл ст. Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 431 кеше; 1920 — 476; 1939 — 539; 1959 — 797; 1989 — 651; 2002 — 706; 2010 — 744 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Оло Ҡуғанаҡ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә С.Я.Левашовтың алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ нигеҙ һалына. Крәҫтиән реформаһынан һуң крәҫтиәндәр, ер бүлемдәренән баш тартып, мещандар ҡатламына (ҡара: Мещанлыҡ) күсә. Косячки, Ермоло-Никольский исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 46 йортта 149 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. часовня, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке