КРАСНЫЙ ВОСХОД, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 85 км һәм Оло Теләк т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Үрге Теләк й. (Эҫем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 1309 кеше; 1989 — 1058; 2002 — 911; 2010 — 842 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, коррекция интернат-мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. Оло Теләк районында Иглин мебель-ағас эшкәртеү комб‑тын төҙөгәндә нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке