КОСЬМИН Владимир Дмитриевич (24.6.1884, Курск ҡ. — 25.4.1950, Сидней ҡ., Австралия), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.-майор (1919). 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1911). 1918 й. авг. алып 1‑се Урал пехота див. штаб нач., окт. — 4‑се Өфө уҡсылар див. (ҡара: Өфө уҡсылар дивизиялары) начальнигы. 1919 й. апр.—майында 6‑сы Урал армия корпусы, авг.—нояб. Урал ғәскәрҙәре төркөмө командующийы. 1920 й. февр. башлап Алыҫ Көнсығыш армияһы штабында айырым эштәр б‑са генерал, июлдә атаман Семёновтың бронепоездар див. нач., авг.—дек. Алыҫ Көнсығыш армияһының ген.‑квартирмейстеры. 1921 й. алып Ҡытайҙа, 1945 й. — Австралияла йәшәй. 3‑сө (1919) һәм 4‑се (1915) дәрәжә Изге Георгий орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Солдатская памятная книжка. Харбин, 1934. 

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке