КОСЫГИН Алексей Николаевич (8.2.1904, С.‑Петербург — 18.12.1980, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1964, 1974). С.М.Киров ис. Ленинград туҡыу ин‑тын тамамлаған (1935). 1939 й. алып СССР‑ҙың туҡыу сәнәғәте халыҡ комиссары. 1940 й. башлап СССР МС рәйесе урынбаҫары, 1960 й. — 1‑се урынбаҫары, 1964—80 йй. рәйесе, бер үк ваҡытта 1943—46 йй. РСФСР ХКС рәйесе; 1948 й. СССР‑ҙың финанс, 1948 й. алып еңел сәнәғәт, 1953—54 йй. киң ҡулланыу тауарҙары сәнәғәте министры, 1959—60 йй. СССР МС Дәүләт план ком‑ты рәйесе. 1946 й. алып КПСС ҮК Сәйәси бюроһы ағзалығына кандидат, 1948—52 йй. һәм 1966—80 йй. Сәйәси бюро ағзаһы; 1952—53 йй. һәм 1957 й. башлап КПСС ҮК Президиумы ағзалығына кандидат, 1960—66 йй. Президиум ағзаһы. 1944 й. һәм 1973 й. Башҡортостанға килә. Республикала капиталь төҙөлөш үҫешенә булышлыҡ итә. СССР ЮС‑ының 2—10‑сы саҡырылыш депутаты. 6 Ленин, Окт. Революцияһы һәм Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Акназаров З.Ш. Время. Люди. Мысли. Уфа, 1995.

Ю.В.Калашников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке