КОСТЮКОВА Татьяна Петровна (16.3.1946, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй, 2000—05 йй. БДАУ-ҙың информатика һәм мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ярым үткәргесле үҙгәрткестәр уйлап табыуға һәм юғары уҡыу йорттарының уҡытыу- тәрбиәләү процесына мәғлүмәт технологияларын индереүгә арналған. К. ҡатнашлығында трансформатор сығышы булған идара ителмәле эш башҡарыусы элементтар, озонаторҙар өсөн ток сығанаҡтары, киңлек-импульс көйләгестәре, электр энергияһы параметрҙары үҙгәрткестәрен иҫәпләп сығарыу һәм проектлау методикалары эшләнә, электрон уҡытыу системалары уйлап табыла. Асыштары БР һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең сәнәғәт пр‑тиеларында индерелә. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Моделирование и принятие технических решений при разработке преобразователей параметров электроэнергии. Уфа, 1999; Тиристорные преобразователи частоты. М., 2000 (авторҙ.); Бесконтактные и гибридные электрические аппараты. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Л.Э.Рогинская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке