КРАСНОУФИМСК ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губ. Пермь провинцияһының көньяҡ-көнсығыш һәм Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Пермь губернаһы, 1919 й. — Екатеринбург губернаһы составында була. 19 б. аҙ. төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта — Көңгөр өйәҙе, көнсығышта — Екатеринбург өйәҙе, көньяҡта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ- көнбайышта — Бөрө өйәҙе, көнбайышта Уҫы өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Красноуфимск ҡалаһы. Майҙаны — 24484 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 61558 кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 2203), 1897 й. — 259165 кеше (башҡорттар — 21809, татарҙар — 14753, типтәрҙәр — 3649, урыҫтар — 202018 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 250778 крәҫтиән, 5778 мещан, 831 дворян һ.б. иҫәпләнә; 33021 мосолман, 210340 православие динен тотоусы (ш. иҫ. 14837 старообрядсы) һ.б. була. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, К.ө. 2‑се башҡ. кантоны ойошторола. 1898 й. өйәҙ 5 станға, 44 улусҡа бүленә. 19 б. аҙ. башҡорттарҙың күпселеге 36 ауылда йәшәй (башлыса Аҙнағол, Билән һәм Шәкүр улустарында). Халҡы башлыса игенселек м‑н шөғөлләнә. 20 б. башында Бисерт заводы, Наҙы-Петровск заводы, Соҡсон заводы, Тиса заводы, Түб. Һирге з‑ды (ҡара: Һирге заводтары), Шайтан заводтары, Әртә заводы, Әтек заводы һ.б. эшләй. Өфө й. буйлап суднолар йөрөү ойошторола. К.ө. 58 сиркәү, 48 мәсет иҫәпләнә (1870). 1919 й. өйәҙ биләмәләренең бер өлөшө Ҡошсо кантонына инә. 1923 й. К.ө. бөтөрөлә, терр‑яһы Урал өлкәһенә бирелә.

Әҙәб.: Материалы для статистики Красноуфимского уезда Пермской губернии. Казань, 1893. Вып. 3—4; Адрес-календарь и памятная книжка Пермской губернии на 1898 год. Пермь, 1898; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке