“КРАСНОУСОЛ”, бальнеология шифаханаһы. Ғафури р‑нында, Аҡкүл т. юл ст. 36 км һәм Красноусол а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С). 1924 й. асыла (1939—44 йй. бальнеология тәж. станцияһы), 2002 й. алып ДУП. Аш һеңдереү ағзалары, тын алыу, терәк‑хәрәкәт аппараты, нервы системаһы, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, тире, гинекология, урология һ.б. ауырыуҙары булған пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 510 урынға иҫәпләнгән (2012). Төп дауалау факторҙары: Красноусол минераль һыу сығанаҡтары, ләмле карбонат‑силикатлы батҡаҡ һәм климат. Бальнеотерапия, ләм м‑н дауалау, диетотерапия, физиотерапия, фитотерапия, дауалау массажы, дауалау физкультураһы, рефлексотерапия, гирудотерапия һ.б., пластик хирургия һәм косметология бүлексәләре эшләй. “Һаулыҡ йорто” Бөтә Рәсәй форумдарында “К.” алтын миҙалдарға лайыҡ булған (2004, 2006, 2007).

Әҙәб.: Комплексное лечение и реабилитация больных в санатории “Красноусольск”. Уфа, 2004.

Ф.Х.Мәзитов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке