КОСТРИН Константин Васильевич (27.2.1901, Һарытау ҡ. — 13.10.1974, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. канд. (1937), проф. (1935). Хеҙмәт Геройы (1932). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Петроград политехник ин‑тын тамамлаған (1923). 1924—39 йй. нефть эшкәртеү з‑дтарында, бер үк ваҡытта 1929—30 йй. Әзербайжан нефть ҒТИ‑нда эшләй, 1936—39 йй. “Азнефтезаводы” тресының (бөтәһе лә — Баҡы) баш инженеры, 1929—32 йй. Мәскәү һәм Әзербайжан нефть ин‑ттарында уҡыта, 1932—38 йй. С.М.Киров ис. Әзербайжан сәнәғәт акад. химия һәм нефть технологияһы каф. мөдире. 1939 й. репрессияға дусар ителә, СССР Эске Эштәр ХК‑ның Ухта комб‑тына ебәрелә, 1946 й. ваҡытынан алда иреккә сығарыла, 1956 й. аҡлана. 1959—74 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: 1963 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге юғары көкөртлө нефттәрҙең ауыр нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм ҡулланыу проблемалары м‑н бәйле. СССР‑ҙағы тәүге нефть эшкәртеү ҡороламалары проекттары, уларҙы Алыҫ Төньяҡ (Ухта ҡ.) шарттарында ҡулланыу саралары авторҙарының береһе. Ул нефть продукттарын таҙартыу өсөн тәүге ректификация колонналары һәм туҡтауһыҙ эшләгән ҡоролмалар төҙөй һәм етештереүгә индерә. Минераль майҙар етештереүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның ҡатнашлығында туранан‑тура ҡыуылған бензиндың термик риформингы һәм гудрондарҙың еңелсә крекингы нигеҙендә яғыулыҡ алыу схемаһы эшләнә, был үҙ сиратында ил һәм респ. НЭЗ‑дарында юғары октанлы бензин алырға һәм дизель яғыулығы етештереүҙе арттырырға мөмкинлек бирә. 60‑тан ашыу фәнни һәм 50‑нән ашыу фәнни‑популяр хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Теория и практика переработки нефти. М., 1932; Нефть и газ на карте нашей Родины. Уфа, 1967; Человек соревнуется с природой. Уфа, 1975.

 

М.М.Әхмәтов

Тәрж.Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке