КРАСНОУСОЛ, Усолка, ауыл, Ғафури р‑нының (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Красноусол а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. табан 130 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 26 км алыҫлыҡта Тоҙйылға буйында, Талбазы—Красноусол, Архангел—Красноусол, Стәрлетамаҡ—Красноусол, Ишембай—Красноусол автомобиль юлдары буйында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,8; 1920 — 5,5; 1939 — 9,7; 1959 — 9,7; 1989 — 10,3; 2002 — 11,8; 2010 — 12,9. Урыҫтар, башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). ПУ, башҡ. интернат-гимназияһы, 3 урта мәктәп, ш. иҫ. Красноусол урта мәктәбе №1, 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (4 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Богоявленск заводы торамаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин була. 1772 й. 788 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 371 йортта — 2773 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Сиркәү (1810 й. төҙөлгән), училище, 3 һыу тирмәне, 2 сауҙа кибете булған. 1896 й. Богоявленский (Усолка) исеме м‑н иҫәпкә алынған. 1906 й. сиркәү, ир һәм ҡыҙ балалар земство мәктәптәре, уҡыу бүлмәһе, Пашковтың быяла з‑ды (ҡара: Красноусол быяла заводы), завод дауаханаһы, почта-телеграф бүлексәһе, шарап, 3 һыра һәм 13 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. 1920 й. Красноусол заводы (Усолка) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 1928 й. хәҙ. исемен һәм ҡала тибындағы ҡасаба статусын йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауылдан Т.‑Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Красноусол минераль һыу сығанаҡтары бар. А.С.Горин, Зосима II, Р.Ә.Зәйнуллин, М.С.Клявлин, А.Я.Копсов, В.М.Кәлимуллин, Э.Ә.Ҡасимов, В.Г.Лобанов, В.Н.Мичурин, В.Б.Сафин, И.В.Сергеенко, А.И.Суздальцев, В.Ю.Шолом ошо ауылда тыуған.

И.Э.Мөхәмәтнуров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке