КОСТИН Александр Александрович (16.10.1949, Өфө — 14.10.2011, шунда уҡ), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). 1983 Өфө костёлы. 20 б. башы й. алып “Китап” нәшриәтенең художество мөхәррире, 1992 й. — рәссамы, 2004—09 йй. “Демиург” нәшриәте (икеһе лә — Өфө) рәссамы. Китап графикаһы өлкәһендә эшләй, төп техникалары — акв., тушь һәм ҡауырһын. Эштәре образдарҙың баҙыҡ һәм ихлас булыуы, ҡайһы бер сюжеттарҙың юморға ҡоролоуы, милли көнкүреш предметтарын матурлап биҙәп күрһәтеүе м‑н айырылып тора. 100‑ҙән ашыу китап (башлыса башҡ. халыҡ әкиәттәре, балалар әҙәбиәте, дәреслектәр), ш. иҫ. “Башҡортостан халыҡтары әкиәттәре” (“Сказки народов Башкортостана”; 1993, ҡағыҙ, акв.), Л.Кэрролдың “Алиса мөғжизәләр илендә” (“Алиса в стране чудес”; 1987), “Башҡорт әкиәттәре һәм легендалары” (“Башкирские сказки и легенды”; 1996, икеһе лә — ҡағыҙ, акв., тушь) китаптарын биҙәй; “Аттар тураһында хикәйәләр. Башҡорт атына маҡтау һүҙҙәре” (“Рассказы о лошади. Похвальное слово башкирской лошади”; 1999) баҫмаһының төҙөүсеһе һәм биҙәүсе рәссамы. “Пионер” (Мәскәү), “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Бельские просторы”, “Светлячок” (“Баҙлауыҡ”, Өфө) ж. м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ‑да һаҡлана.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке