КРАСНОУСОЛ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, Тоҙйылға тоҙло шишмәләре, урғылыусы минераль һыу сығанаҡтары, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Курорт а. эргәһендә урынлашҡан. Һыу сығанаҡтары (сөсө һыулылары м‑н бергә уларҙың һаны 250‑гә етә) 3 төркөмдән тора. 1‑се төркөм һыу сығанаҡтары Тоҙйылға й. карбон эзбизташтарынан торған уң (29 тәбиғи һыу сығанағы) һәм һул (2 скважина һыу сығанағы) ярҙарында сыға; 2‑се төркөм дүртенсел система тоҡомдарында йылға үҙәненең һул яры нигеҙендә ята; Әсе шишмә “Красноусол” шифаханаһынан көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта көңгөр ярусының гипстарынан торған уң ярҙа урынлашҡан. Тәүге 2 төркөм сығанаҡтарының һыуы баҫым аҫтында тектоник ярыҡтар буйлап күтәрелә (500—600 м тәрәнлектән), бергә ҡушылмай. Дебиты (л/с): 1‑се төркөмдөң айырым һыу сығанаҡтарында 0,1—10,0, дөйөм дебиты — 80‑гә тиклем; 2‑се төркөмдә 0,1—0,2; Әсе шишмәнеке 40‑ҡа етә. 1‑се һәм 2‑се төркөм һыу сығанаҡтары юғары минераллы (77,5 г/л тиклем). Һыуы бальнеологик, хлорид-натрийлы, ион миҡдары (мг/л): натрий (26090), кальций (891,8), магний (328,3), хлорид (39350), сульфат (3313), гидрокарбонат (338,6) иондары; микроэлемент миҡдары (мг/л): бром (1,2— 9,4), бор (0,8—3,0), фтор (0,2—1,6), иод (0,005—0,400); газ составы б‑са көкөрт-водородлы; т‑раһы 9—13°С. 11‑се һыу сығанағы уртаса минераллы (7,6—13,5 г/л). Һыуы шифалы, хлорид-кальцийлы, радонлы; ион миҡдары (мг/л): натрий (50013), кальций (267,7), магний (72,7), хлорид (7725), сульфат (670), гидрокарбонат (335,5) иондары; микроэлемент миҡдары (мг/л): бор (3,6), бром (1,5), йод (0,3), тимер (0,05); метакремний к‑таһы (14,5), органик матдәләр (11,9), гелий (3,1•104 мл/л), радон (5,11— 9,14)•105 Бк/м3 бар; т‑раһы 10,0—10,5°С. Әсе шишмә аҙ минераллы (2,2 г/л). Һыуы шифалы, эсергә яраҡлы, сульфатлы кальцийлы; ион миҡдары (мг/л): кальций (585), натрий (54), магний (1,2); сульфат (1280), гидрокарбонат (299), хлорид (6,7) иондары; микроэлемент миҡдары (мг/л): бор (2,29), бром (0,75), йод (0,001); метакремний к‑таһы (14,20), органик матдәләр (2,82) бар; газ составы б‑са кислород‑азотлы; т‑раһы 6,1—6,5°С. К.м.һ.с. тирә‑яғындағы ландшафт киң япраҡлы урмандарҙан тора. Сығанаҡтарҙың һыуы шифаханала ҡулланыла. 90‑сы йй. башынан Әсе шишмәлә эсәр һыуҙы шешәләргә тултырыу ойошторолған. 1770 й. Тоҙйылға тоҙло шишмәләрендә И.И.Лепёхин булып киткән. К.м.һ.с. м‑н Табын Божья Матерь иконаһы культы бәйле.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Текст на русском языке