КОСТЕРИН П.И. ЙОРТО, 20 б. башына ҡараған тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Пушкин урамы, 86). 1907 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1912 й.) урындағы сауҙагәрҙәр Костерин һәм С.А.Черников заказы, архитектор А.А.Щербачёв проекты б‑са юлаусы сауҙәгәрҙәрҙе урынлаштырыу өсөн төҙөлә. П рәүешендәге (эске ҡоролошонда симметрия һаҡланмаған) 2 ҡатлы кирбес бинаның күләм-киңлек композицияһы ике урам мөйөшөндә (алғы фасадтары Пушкин һәм К.Маркс урамдарына ҡарай) урынлашыуы м‑н бәйле ойошторолған. Бинаның ҙур бүленешле уң мөйөшөнә төп әһәмиәт бирелгән, унда эллипс формалы мансарда һәм тәҙрәләр асыҡ күренеп тора. Бинаның алғы яҡтарындағы бай һәм үҙенсәлекле биҙәктәрҙә модерн стиле асыҡ сағыла: талғын ғына бөгөлгән һыҙаттар тәҙрә уйымдарында, балкон рамдарында, балкон рәшәткәләре һәм фриздың семәрле орнаментының бөгөлөштәрендә лә ҡабатлана; уларға аттиканың төрлө формалары һәм биҙәлеше, тәҙрә уйымдарының йөҙлөктәре һәм йоҙаҡтары, гипс маскарондар, һылап яһалған биҙәктәр һ.б. элементтар айырыуса матурлыҡ өҫтәп тора. Бинаның интерьеры бай биҙәлгән: һылап эшләнгән розеткалар һәм плафондар, майҙансыҡтары келәм биҙәкле төҫлө керамик плиткалар һалынған семәрле суйын баҫҡыстар, 3 м бейеклегендәге имән ишектәр. Эксплуатация ваҡытында бина бер аҙ реконструкциялана (эске яғына үҙгәрештәр индерелә). 1997—98 йй. ишектәр, түбәләр, һылап эшләнгән биҙәктәр һ.б. яңыртыла. Граждандар һуғышы осоронда бинала ген. М.В.Ханжин етәкс. Көнбайыш армия штабы, 1919 й. 9—25 июнендә егерме бишенсе уҡсылар дивизияһы политбүлеге, һуңынан төрлө дәүләт учреждениелары, ш. иҫ. БАССР‑ҙың А.х. министрлығы, 1983 й. алып БНИПТИЖиК (ҡара: Ауыл хужалығы институты), 1997 й. — Башҡортостан таможняһы урынлаша.

Әҙәб.: Нигматуллина И.В. Старая Уфа: ист.‑краевед. очерк. Уфа, 2004.

 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке