КРАСНОУСОЛ БЫЯЛА ЗАВОДЫ, төҫһөҙ быяланан быяла һауыт (20‑нән ашыу төр һыйышлыҡ) етештергән; ҡом, доломит, ҡырсынташ сығарған. 1924 й. Богоявленск заводы базаһында нигеҙ һалына, тәҙрә быялаһы сығарыуға махсуслашҡан, 1941—45 йй. завод терр‑яһында Белоруссиянан эвакуацияланған Гомель быяла з‑ды урынлашҡан. 1973—91 йй. “Салаватстекло” ПБ‑на инә. 1985 й. заводҡа В.К.Блюхер исеме бирелә. 1996 й. заводтың профилен быяла һауыт (банкалар, һыра, араҡы-коньяк, эксклюзив шешәләр һ.б.) етештереүгә үҙгәртеү башлана. 1999 й. алып ДУП, 2002 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына тау (1904 й. нигеҙләнгән), быяла һауыт (1998), минераль һыу (2000) етештереү цехтары; “Ташлы” доломит карьеры һәм “Ҡарауылтау” ҡом карьеры ингән. 2003 й. 590 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. Пр‑тие м‑н Б.А.Михелёв, Н.А.Хлёскин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке