АЛЁХИН Евгений Константинович (19.12.1942, Өфө), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1985), проф. (1988). РФ‑тың (2003) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. фән эшмәкәре. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй: 1988 й. алып фәнни эштәр б‑са проректор, бер үк ваҡытта 1990 й. башлап клиник фармакол. курсы м‑н 1‑се фармакол. каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре иммунофармакол. проблемаларына арналған. А. тарафынан иммуномодуляторҙарҙы ҡайһы бер дарыу препараттары м‑н ҡатнаш ҡулланыуҙың законлыҡтары асыҡлана, яһалма пирамидин һәм бактериаль полисахаридтарҙың тәьҫир итеү механизмы өйрәнелә. А. ҡатнашлығында иммунитетты стимуллаштырыусы препарат — оксиметилурацил эшләп сығарыла, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте дауалау өсөн йодантипирин индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Иммунотропные свойства лекарственных средств. Уфа, 1993 (авторҙ.); Влияние лекарственных средств на процессы свободнорадикального окисления. Уфа, 2002 (авторҙ.); Иммурег‑Immureg. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке