КОСТЁЛ, Өфөлә урынлашҡан, поляк католик мәхәллә сиркәүе. 1889—90 йй. Өфөлә каплица (католик йорт сиркәүе) булараҡ Никольск (хәҙ. Ғафури урамы) һәм Почта (Пушкин) урамдары мөйөшөндә нигеҙ һалына. Златоуст рим‑католик мәхәлләһенә беркетелә, 1890 й. Раббы Тәреһе Воздвижениеһы хөрмәтенә изгеләндерелә. 1900—02 йй. костёл статусын ала. Таш нигеҙле, ҡалай м‑н ябылған ағас бина була, көнбайыш, төньяҡ һәм көньяҡ стеналарына өҫтәлдәр ҡуйыла. Ғибәҙәт ҡылыу латин һәм поляк телдәрендә үткәрелә. К. эргәһендә “Фәҡир мәхәлләселәргә ярҙам йәмғиәте” (1898), Иисус Христос Йөрәге хөрмәтенә ойошторолған Өфө губ. рим-католик союзы (1918; миссионерлыҡ, мәҙәни‑ағартыу, хәйриә), Католиктарҙың дини ойошмаһы (1923) эшләй. 1937 й. К. причты һәм мәхәллә советы ағзалары ҡулға алына. К. ябылғандан һуң (1938) бинала балалар баҡсаһы, 1944 й. алып Һуҡырҙар йәмғиәте клубы урынлаша; 70‑се йй. уртаһында ҡорам емертелә. Кураттары: ксендздар Л.И.Мацкевич (1894 й. алып), Бандзо (1900 й. алып), С.И.Чабиллис‑Цыбулевич (1902 й. алып), И.Б.Гинтовт (1903 й. алып), А.В.Ляссотович (1904 й. алып), С.Н.Курляндский (1906 й. алып), П.М.Казюнас (1909 й. алып), П.О.Юрайтис (1910 й. алып), А.Неверовский (1916), Ф.И.Грабовский (1916 й. алып), М.А.Иодокас (1919 й. алып); Ф.И.Будрис (1924 й. алып, репрессиялана, 1937 й. атыла).

В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке