КОСТАРЕВ Антон Дмитриевич [11.9.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Кесе Нәкәрәк а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 28.8.1985, БР‑ҙың Бөрө р‑ны Баженов а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940 й. алып Бөрө р‑нында эшләй: 1949 й. тиклем һәм 1958 й. башлап “Урал” к‑зында: 1958 й. алып рәйес урынбаҫары, 1963 й. — бригадир, механизацияланған отряд нач., 1975 й. — склад мөдире, машина‑трактор паркы мөдире; 1950—57 йй. Бөрө МТС‑ының трактор бригадаһында. К. бригадаһы етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 19 ц/га тәшкил иткән (1966). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Перчаткин В. У машин разные голоса //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Костарёв А.Д. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

П.: А.Д.Костарев

Текст на русском языке