“КРАСНОКАМСКИЕ ЗОРИ” (“Краснокама таңдары”),ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Краснокама р‑нының Николо-Берёзовка а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Кама таңнары”) телдәрендә сыға. 1935 й. мартынан татар телендә “Ҡыҙыл Кама”, 1936 й. алып ш. уҡ исем м‑н урыҫ телендә, 1939 й. башлап “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”), 1973 й. – “Вперёд” (“Алға”) исеме аҫтында урыҫ һәм татар телдәрендә сыға; 1990 й. алып хәҙ. исеме м‑н татар, 1996 й. — “Камские зори” (2006 й. башлап “К.з.”) исеме м‑н урыҫ телендә нәшер ителә. 1962—72 йй. нәшер ителмәй. 2003—16 йй. ай һайын башҡ. телендә “Ҡурай” ҡушымтаһы сығарылған.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке