АҠБАҪАР, Таллыя, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Мәтәүбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 42 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 505 кеше; 1939 — 520; 1959 — 441; 1989 — 167; 2002 — 131; 2010 —149 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1919—20 йй. Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Мәтәүтамаҡ а. кешеләре Мәтәү‑Аҡбаҫар исеме м‑н нигеҙ һала. 50‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. З.Ә.Хәбибуллин ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018