КРАСНОГОРКА, Мәләүез р‑нындағы утар, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 254 кеше; 1959 — 203; 1989 — 73; 2002 — 118; 2010 — 96 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1920 й. һәм 1925 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Красногорка ҡасабаһы (Береговка а. эргәһендә) булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 24 йорт иҫәпкә алынған. 1939 й. хәҙ. статусын ала. 1991—2004 йй. Мәләүез ҡ. Береговка а/с ҡараған. Утар эргәһендә Береговка археологик микрорайоны урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке