КРАСНОГВАРДЕЙСКИЙ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. 1966 й. 30 дек. ойошторолған. Майҙаны — 2800 км2. Адм. үҙәге — Плешаново ауылы. Районда 16 ауыл советы, 59 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 23,2 мең кеше (2010), ш. иҫ. 25% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур ауылдар (2002): Бәхтийәр, Иҫке Юлдаш, Ҡаръяу, Кесе Юлдаш, Пролетарка, Түб. Ильяс, Үрге Ильяс, Юлтый, Яйыҡ, Яңы Юлдаш һ.б. Башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 5 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Плешаново а. — Башҡ. мәҙәниәте үҙәге (2009 й. алып), “Таң йондоҙо” һәм “Заман” фольклор коллективтары, Бәхтийәр а. — “Йондоҙҙар” балалар башҡ. йыры ансамбле, Иҫке Юлдаш а. — “Юлдаш” вокаль ансамбле, Үрге Ильяс а. “Сәлимәкәй” вокаль ансамбле һ.б. эшләй. Йыл һайын “Йәшәй әле башҡорт моңдары” район фестивале үткәрелә. Й.З.Абитаева, М.А.Буранғолов, М.Ф.Буранғолов, С.М.Муллабаев, Ә.З.Ниғмәтуллин, Д.Юлтый һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке