КРАСНОВ Сергей Борисович (31.8.1948, Өфө), рәссам. Рәсәй художество акад. академигы (2007). БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1998) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1976). 1964—66 йй. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡый. 1978—81 йй. СССР Художество акад. (Мәскәү; етәкселәре Е.А.Кибрик, О.Г.Верейский) стажировка үтә. 2004—2008 йй. Халыҡ‑ара рәссамдар федерацияһының Төбәк йәмәғәт ойошмаһы — БР рәссамдары ижади союзы идараһы рәйесе.

Башҡортостан һынлы сәнғәтендә “аналитик йүнәлеш” һәм метафизик романтизм вәкиле. Тәүге эштәрендә үк (“Хәтер”, 1975) тәрән йөкмәтке, һүрәттең график аныҡлығы, теүәл композиция күренә. Әҫәрҙәренең образдар структураһы фантастик реализмға хас булған метафора һәм һүрәтләүҙең реалистик синтезында ҡорола (“Мөрәжәғәт”, 1986; “Аллалар һәм һынташтар”, 2003; “Еваның төштәре”, “Алыҫ илгә сәйәхәт” (икеһе лә — 2006). Картиналарының төп темаһы: экологик (“Осҡан утрауға мәҙхиә”, 1983; “Атомлы ҡала”, 1986) һәм ижт.‑сәйәси мәсьәләләр [“Геноцид нигеҙе” триптихы (“Геноцид нигеҙе”, “Коба моделе”, “Кампанеллаға реквием”), 1987], цивилизацияларҙың һыйышып йәшәүе, кеше тормошоноң һәм прогресының асылы (“Монар”, 1991; “Гудзондағы һынташтар”, 1999; “Юғалған архипелагтар”, 2004; “Йыһанды барлыҡҡа килтергән күбәләк”, 2007). “Март” (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы. Модена ҡ. “Яңы альянс” урыҫ‑итальян художество галереяһын ойоштороу инициаторҙарының береһе (2004, Италия). 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе (1982 й. алып) Өфө, Монтегранаро, Чивитанова‑Марке, Модена (бөтәһе лә — Италия), Мәскәү, Джерси-Сити (АҠШ) ҡҡ. үтә. Эштәре БДХМ (Өфө), Третьяков галереяһы, Рәсәй художество акад., Хәҙ. заман сәнғәте галереяһы (бөтәһе лә — Мәскәү), Удмурт Респ. һынлы сәнғәт музейы (Ижевск), М.А.Врубель ис. Омск өлкә һынлы сәнғәт музейы һ.б. галереялар коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1988).

Әҙәб.: Творческий фонд России: энциклопедия современного искусства (к 850-летию Москвы). М., 1996; Изобразительное искусство Республики Башкортостан: альбом-кат. /авт.‑сост. И.Н.Оськина, М.О.Садыкова. Уфа, 2007.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке