КРАСНОАРМЕЙСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 139 кеше; 1959 — 314; 1989 — 261; 2002 — 272; 2010 — 241 кеше. Башҡорттар, сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Первомайский урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Иҫке Мораҙым а. (хәҙ. Ауырғазы р‑ны Мораҙым а.) кешеләре Әлшәй с‑зының Красноармейский бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалған, тип фаразлана. 60‑сы йй. алып Первомайский с‑зының Красноармейский бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов