КРАСНИКОВ Николай Олегович (4.2.1985, Шадринск ҡ.), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2008). Шадринск пед. ин‑тын тамамлаған (2007). Спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Шадринск; тренеры С.Н.Шутов), 2001 й. алып Ҡадиров Ғ. исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры В.А.Белоногов). Шәхси ярыштарҙа донъя (2005—12) һәм Рәсәй (2005, 2007, 2009—10, 2013, 2015) чемп., Рәсәй кубоктарын яулаусы (2003—04), Европа (2002, 2013) һәм Рәсәй (2003, 2006, 2011—12) чемпионаттарының — көмөш, донъя чемпионатының (2004) бронза призёры; командалар ярышында донъя (2004—13, 2015) һәм Рәсәй (2002, 2005—09, 2015) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003 й. алып). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2004). БР‑ҙың Мотоспорт федерацияһы президенты (2011 й. алып).

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке