АЛЕКТОРОВ Александр Ефимович (1861, Пенза губ. — 1919), тарихсы, этнограф. Ырымбур уҡытыусылар ин‑тын тамамлаған. Ырымбур һәм Орск ҡҡ. мәктәптәрендә уҡыта. 1886 й. алып — Әстерхан губ., 1894 й. башлап Турғай өлк. халыҡ уч‑щелары инспекторы, 1903 й. — Семипалатинск өлк. халыҡ уч‑щелары директоры. Ырымбур һәм Әстерхан губерна ғилми архив комиссиялары ағзаһы. Башҡорттар м‑н ҡаҙаҡтарҙың тарихын, этнографияһын өйрәнә. Башҡ., ҡаҙаҡ мәктәптәрен асыуға, улар өсөн уҡытыусы кадрҙары әҙерләүгә, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары төҙөүгә булышлыҡ итә. 1885 й. Ырымбурҙа “Провинциальное чтение” (“Провинциаль уҡыуҙар”) ж. ойоштора. 400‑ҙән ашыу хеҙмәт авторы.

Әҫәрҙ.: История Оренбургской губернии. Оренбург, 1883; Географический очерк Оренбургской губернии. Оренбург, 1885; Очерки народного образования в Тургайской области. Оренбург, 1900. Вып. 1—3.

Ю.С.Зобов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018