“КРАСНАЯ ЕВРОПА” (“Ҡыҙыл Европа”) — “Voros Europa” — “Rotes Europa”, ижт.‑сәйәси гәзит. Өфө сит ил коммунистары ойошмаһының органы. 1919 й. февр. — мартында Өфөлә (барлығы 4 һаны донъя күрә) урыҫ, венгр, немец телдәрендә нәшер ителә. Илдәге сәйәси хәл, Өфө губернаһындағы хәрби хәрәкәттәр барышы яҡтыртыла, сит ил һалдаттары араһында большевизм идеялары таратыла һ.б. Мөхәррире — Я.Гашек.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке