КРАСИЧКОВ-ТЕРНОВСКИЙ Игорь Фёдорович (13.2.1935, Мәскәү — 8.3.2012, Өфө), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1993), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1981). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 1962 й. тиклем “Математика” рефератив ж. мөхәррире, 1965—73 йй. Бөтә Союз сит ил әҙәбиәте китапханаһының матем. фәндәре б‑са баш библиографы, 1982—87 йй. Н.К.Крупская ис. Мәскәү пед. ин‑тында уҡыта. 1973 й. алып Өфөлә: СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегенең өлкән ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1976—81 йй. ӨАИ‑ла ғәмәли матем. һәм ышаныслылыҡ теорияһы каф. мөдире; 1987 й. башлап Матем. ин‑тының төп, 1994 й. — баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең функциялары теорияһына арналған. К.‑Т. тарафынан ҡабарынҡы өлкәлә бер төрөлөү тигеҙләмәһенең сығарылыштары арауығы өсөн һәм сикләнмәгән ҡабарынҡы өлкәләрҙә дифференциаллауға ҡарата инвариант булған аҫарауыҡтағы бөтә аналитик функцияларҙың спектраль синтез мөмкинлеге билдәләнә; аналитик функцияларҙың дөйөм арауыҡтарында йомоҡ идеалдарҙы һәм аҫ модулдәрҙе локаль һүрәтләү мөмкинлегенең критерийы табыла. К.‑Т. аналитик функцияларҙың инвариант аҫарауыҡтары өсөн йомоҡ идеалдарҙы һәм аҫ модулдәрҙе локаль һүрәтләү мәсьәләһен спектраль анализ‑синтез проблемаһы м‑н бергә берләштерә торған ике яҡлы схема уйлап сығара. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Б.Н.Хәбибуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

П.: И.Ф.Красичков-Терновский

Текст на русском языке