КРАСИЛЬНИКОВТАР, завод хужалары. Тула тимерселәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Марк Евсеевич К. Уның улдары: Семён Маркович К. (яҡынса 1701 — 1744 й. алда) һәм Лукьян Маркович К. (? — 1746 й. алда), Туланың ҡорал яһау оҫталары. 1724 й. алып сауҙагәр И.Е.Небогатов м‑н берлектә Һаралы баҡыр иретеү з‑дына (1697 й. Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ҡаҙна тарафынан нигеҙләнә, 1730 й. ябыла), 1725 й. алып Өфө (Алабуға) суйын, баҡыр иретеү һәм тимер етештереү з‑дына (1725 й. ш. уҡ даруғаның Байлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ҡаҙна тарафынан нигеҙләнә, 1735 й. ябыла) хужа булалар; 1729 й. Корин заводына нигеҙ һалалар. Семён Маркович К. 2 улынан айырыуса Григорий Семёнович К. (яҡынса 1726—?) билдәле, 1754 й. Ҡазан даруғаһы Гәрә һәм Ҡырғыҙ улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған (бер өлөшө һатып алынған) ерҙәрҙә нигеҙ һалынған Архангел (Шаран) заводын, 1766 й. Илдиан суйын иретеү һәм Кәлтәй тимер етештереү з‑дтарын төҙөй; 1773 й. ябылалар. Уның улы Пётр Григорьевич К. (?—1790 йй.), дворян (1790 й. Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына индерелгән). Мираҫҡа Архангел (Шаран) з‑дын ала. Лукьян Маркович К. 2 улынан Пётр Лукьянович К. (яҡынса 1721—1780 йй. һуң) билдәле, 1757 й. алып Шылва заводына (1763 й. тиклем Небогатов м‑н берлектә) хужа була. Уның 4 улынан Николай Петрович К. (1746 й. һуң — 14.9.1797) билдәле, мираҫҡа Шылва з‑дын ала, уны 1797 й. Өфө сауҙагәре А.М.Подьячевҡа (ҡара: Подьячевтар) һата. Шулай уҡ Лукьян Маркович К. ейәне — Семён Тихонович К., Туланың ҡорал яһау оҫтаһы. Мираҫҡа Корин заводын ала.

Әҙәб.: Павленко Н.И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М., 1962.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. В.Х.Миһранова

 

Текст на русском языке