КРАСИЛЬНИКОВА Маргарита Николаевна (14.12.1930, Урта Волга крайы Русская Бектяшка а.), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1982). БР‑ҙың атҡ. табибы (1994). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1955) 1975 й. тиклем һәм 2002—09 йй. 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһында, 1975— 2005 йй. БДМУ‑ла (1980—95 йй. табип һәм провизорҙарҙың белемен камиллаштырыу ф‑ты курсы м‑н психиатрия һәм наркология каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1995—2009 йй. БДУ‑ла эшләй. 2009—11 йй. БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ил психиатрияһында нозологик йүнәлеште, психик ҡаҡшауҙарҙы, ш. иҫ. нозологияға тиклем һәм психиатрия кимәлдәрендә диагностикалау ысулдарын камиллаштырыуға, наркоманияны беренсел иҫкәртеүгә арналған. К. тарафынан респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында индерелгән 10‑дан ашыу иммунологик һәм ликворологик диагностикалау ысулы камиллаштырыла (комплементтың, титра антистрептолизин‑О һәм антистрептогиалуронидазаның, С‑реактивлы аҡһымдың һ.б. булыу‑булмауын һәм кимәлен билдәләү). 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н психиатрҙары йәмғиәте рәйесе (1980—95). БДМУ‑ның Дипломдан һуң белем биреү ин‑тында психиатрия курстарын ойоштороусы.

Хеҙм.: Пьянство и алкоголизм в наблюдениях врачей и писателей (пособие для лектора). Уфа, 1996; Уход и наблюдение за психически больными в стационаре в условиях современной психиатрии. Уфа, 2000 (авторҙ.); Психиатрия в рисунках и схемах. Уфа, 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке