“КРАН-СЕРВИС” предприятиеһы, ЯАЙ. Йөк күтәреү техникаһын проектлау, етештереү, монтажлау һәм хеҙмәтләндереү эштәрен тормошҡа ашыра, күтәреү ҡоролмаларының сәнәғәт хәүефһеҙлеге б‑са экспертизалар үткәрә. Өфөлә урынлашҡан. Составына крандар, күтәргестәр, ҙур габаритлы йөк күтәреү крандары етештереү цехтары; һынау полигоны инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла.

1996 й. ойошторола (1000 берәмектән ашыу йөк күтәреү ҡорамалы эшләнгән, 500‑ҙән ашыу төр).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке