КРАМ Лоуренс (25.10.1941, Колдуэл ҡ., АҠШ), физик. Физика ф. д‑ры (1967), проф. (1986). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Огайо ун‑тын (Афина ҡ., 1960) һәм Хәрби-диңгеҙ акад. (Аннаполис ҡ., 1963) тамамлаған. 1963 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) АҠШ‑та эшләй: 1963 й. башлап Огайо ун‑тында, 1967 й. — Гарвард ун‑тында (Кембридж ҡ.), 1968—77 йй. Хәрби-диңгеҙ акад. (Аннаполис), 1978—85 йй. һәм 1986—92 йй. Миссисипи ун‑тында, 1990 й. алып Милли физик акустика үҙәге (Оксфорд ҡ.), 1992 й. — Вашингтон ун‑тының Сәнәғәт һәм мед. ультратауышы үҙәге (Сиэтл ҡ.) директоры. 1977 й. башлап Бөйөк Британияла: Уэльс ун‑тында (Кардифф ҡ.), 1985—86 йй. Лондон ун‑ты эргәһендәге Мед. юғары мәктәбендә. Фәнни эшмәкәрлеге акустика, сонолюминесценция, ҡыуыҡлы динамика проблемаларына һәм ультратауышты мед. ҡулланыуға арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Фулбрайт пр. (1986), Америка гражданлыҡ тикшеренеүҙәре һәм үҫеше фонды пр. (2006) лауреаты.

Р.И.Ниғмәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке