АЛЕКСИЙ (донъяуи исеме Сергеев Виктор Михайлович; 15.1.1899, Мәскәү губ. — 6.4.1968, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1942). Архиепископ (1941), архимандрит (1932). Монахлыҡ ҡабул иткән (1925). Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөлөш уч‑щеһын тамамлаған (1919). 1935—37 йй. Мәскәү епархияһында викар епископ. Старообрядсылыҡҡа күскәне (1938) өсөн православие йолаларын башҡарыуҙан һәм ғибәҙәт ҡылыуҙан ситләтелә. Тәүбәгә килгәндән һуң (1940) Мәскәү патриархияһы епархияларында хеҙмәт итә. 1958 й. ялға сыға. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында (3 ай самаһы) дини хеҙм‑рҙәрҙе (ҡара: Православие руханиҙары) хеҙмәткә кире ҡайтарыу м‑н шөғөлләнә.

Хеҙм.: Воры и убийцы в церковной ограде //Правда о религии в России. М., 1942.

Әҙәб.: Регельсон Л. Трагедия Русской Церкви. 1917 — 1945. М., 1996.

Н.П.Зимина, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке