КОСМОГОНИЯ (гр. kosmogonia — донъяның барлыҡҡа килеүе), астрономия бүлеге, Ғаләмдең — галактикаларҙың, йондоҙҙарҙың, Ҡояш системаһының (Ҡояш, планеталар, уларҙың юлдаштары, астероидтар, кометалар, метеориттар) һ.б. барлыҡҡа килеүен һәм эволюцияһын өйрәнә. К., космология кеүек үк, философия м‑н тығыҙ бәйле. К. материализм һәм идеализм, фән һәм дин араһында ҡапма‑ҡаршылыҡтар бар. Ҡояш системаһы К. (планеталар К.) һәм йондоҙҙар К. үҫешкән. Космогоник проблемаларҙың ҡыйынлығы йыһан объекттарының үҫеш процесы күп млн йәки млрд йылдар (Ҡояш системаһының барлыҡҡа килеү осоро яҡынса 5 млрд йыл) дауам итеү м‑н аңлатыла; ошоноң м‑н сағыштырғанда астрономик күҙәтеүҙәр һәм астрономия тарихы ваҡыттың бик бәләкәй арауығын алып тора. 20 б. 40‑сы йй. Ҡояштың һәм планеталарҙың гигант газ-туҙан болото ҡуйырыу юлы м‑н барлыҡҡа килеүе т‑дағы гипотеза раҫлана (И.Кант, П.Лаплас гипотезаһы, О.Ю.Шмидт, Ф.Хойл, А.Камерон һ.б. тарафынан үҫтерелә). Йондоҙҙар эволюцияһы үҙенсәлеге 21 б. башына ҡарата дөйөм алғанда билдәле була, ләкин ул ентекләберәк өйрәнелә. Һәр халыҡтың донъя хасил булыуына үҙенең ҡарашы бар. Башҡорттарҙың космогоник ҡараштарын өйрәнеүҙең сығанағы булып халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре тора. Төп сығанаҡтарҙың береһе — “Урал батыр” башҡ. эпосы, унда халыҡтың Донъя, Йыһандың барлыҡҡа килеү процесы т‑да күҙаллауҙары сағылыш тапҡан.

Әҙәб.: Аминев З.Г. Космогонические воззрения древних башкир. Уфа, 2005.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке