КОСИЛОВ Николай Иванович (7.1.1937, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Чайковка а. — 18.7.2009, Силәбе ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) Магнитогорск һөт-йәшелсә с‑зының баш инженеры. 1968 й. алып Силәбе агроинженерҙар ун‑тында эшләй: 1971—72 йй. һәм 2005 й. башлап урып-йыйыу машиналары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2002 й. алып квалификация күтәреү ф‑ты дир., 2005 й. — проректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре иген һәм башҡа культураларҙы урып-йыйыу, йыйып алынған игенде эшкәртеү өсөн а.х. машиналары эшләү һәм модернизациялауға арналған. К. ҡатнашлығында иген урып-йыйыу комбайндары м‑н ике фазала һуғыу, орлоҡ игенен фракциялап эшкәртеү технологиялары һ.б. уйлап табыла. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 57 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

В.В.Бледных

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке