КОСАЧЁВ Василий Семёнович (15.1.1936, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Троицкий а.), нефтсе. 1958 й. алып “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығының нефть сығарыу б‑са оператор ярҙамсыһы, операторы, 1965 й. алып “Уралгазстрой” тресының (Силәбе өлк.) Өфө махсус төҙөлөш-монтаж идаралығы мастеры, 1966—97 йй. “Ишимбайнефть” НГДУ-һында оператор, мастер, инженер-технолог. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1985). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: В.С.Косачёв

 

Текст на русском языке