КОРШУНОВА Зоя Павловна (24.10.1932, Иваново сәнәғәт өлк. Яковлевский а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1971). 1953 й. алып Өфө р‑нының А.Д.Цюрупа ис. с‑зының йәшелсә бригадаһы агрономы, 1960—89 йй. бригадиры. К. бригадаһы етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: йәшелсә культураларының уңдырышлылығы 544 ц/га тәшкил итә (1973). БАССР ЮС‑ының 7‑се, 10—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966, 1973). К. исеме м‑н Өфө р‑ны Булгаков а. урам аталған.

Әҙәб.: Иванов В. Здравствуй, поле // Высокое звание: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1977; Коршунова З.П. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке