КОРШИКОВ ДИНОБРИОНЫ (Dinobryon korschikovii), колониаль алтынһыу ылымыҡтарҙың төрө. Күҙәнәктәренең оҙонлоғо 50 мкм тиклем, киңлеге 9—10 мкм булған ҡаты тышлығы (“өй”) бар. Тышлығының алғы осо киңәйгән, асыҡ, эсенән сығып торған 2 ҡамсылы; артҡыһы — һуҙылған, осло. Күҙәнәк “өй”ҙөң бәләкәй өлөшөн биләй. Хлоропласы 2, күҙе һәм пульсациялаусы вакуоле бар. Һыуыҡ яратыусан төр. Иртә яҙҙа, көҙ аҙағында, ш. уҡ ҡыш көнө боҙ аҫтында аҙ минералләшкән таҙа һыулы күлдәрҙең планктонында осрай. Ылымыҡтарҙың һирәк осрай торған төрө, Башҡортостанда Ҡандракүлдә (Туймазы р‑ны) табылған.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке