КОРШАК Алексей Анатольевич (17.12.1953, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире, бер үк ваҡытта ӨДНТУ эргәһендәге Өҫтәмә проф. белем биреү ин‑тында “Нефть һәм газдың үткәргес торба транспорты” йүнәлеше етәксеһе. 2008—12 йй. “Горный” Милли минераль-сеймал ун‑тының (С.‑Петербург) нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үтә ҡуйы нефттәрҙе, тотороҡһоҙ шыйыҡлыҡтарҙы үткәргес торба транспорты м‑н ташыуға, нефттең һәм нефть продукттарының парға әйләнеүҙән юғалыуын күҙаллау һәм кәметеү проблемаларына арналған. К. тарафынан газлы нефттәрҙе магистраль үткәргес торбалар буйлап ҡыуыу технологияһы уйлап табыла, нефть һәм нефть продукттары парҙарын тотоп алыу системалары эшләнә, ҙур булмаған шыйыҡландырылған бутан өҫтәмәләренең үтә ҡуйы нефттәрҙең реологик параметрҙарына тәьҫире тикшерелә. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең пр‑тиеларында индерелгән. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы пр. лауреаты (1987).

Хеҙм.: Проектирование и эксплуатация газонефтепроводов. СПб., 2008 (авторҙ.); Типовые расчёты при проектировании и эксплуатации нефтебаз и нефтепроводов. 3-е изд., испр. Уфа, 2008 (авторҙ.); Основы нефтегазопромыслового дела. Уфа, 2012.

Н.А.Гаррис

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке