КОРТУЗА (Cortusa), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм тауҙарҙың Альп бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда Маттиоли К. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 15—30 см. Сәскә һабы япраҡһыҙ, уҡ рәүешендә. Япраҡтары тамыр яны розеткаһына йыйылған, оҙон һаплы, оҙонса бөрө формаһында, тешле, ерәнһыу төклө. Сәскәһе ҡуйы ҡыҙыл‑шәмәхә төҫөндә, буранка‑ҡыңғырау формаһында, тәрән айырсалы, тажы каса япраҡсаһынан 2 тапҡырға оҙонораҡ. Сәскәлеге сатыр һымаҡ, май—июндә сәскә ата. Емеше — күп орлоҡло ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Күләгәле ҡаяларҙа, ташлы битләүҙәрҙә, тау болондарында, тау шишмәләренең ярҙарында үҫә, Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Декоратив үҫемлек. Баллы үҫемлек. Реликт.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке